ГОРБУНОВ Владимир Степанович (12.11.1946, Краснодон ҡ.), археолог. Тарих ф. д-ры (1992), проф. (1993). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ-ны тамамлаған (1972). 1974 й. алып БДПУ-ла эшләй: 1984—2006 йй. фәнни эштәр б-са проректор, бер үк ваҡытта 1993 й. — дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Волга-Уралдың бронза быуатына арналған. Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәтен өйрәнә. Байтаҡ археологик ҡомартҡыларға (Баланбаш, Береговка археологик микрорайоны, Яңы Ябалаҡлы ҡәберлеге, Таналыҡ, Төбәк, Йомаҡ торамалары, Ябалаҡлы ҡурғандары һ.б.) тикшереүҙәр үткәрә. Яҡынса 200 фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй тәбиғәт фәндәре акад. тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), "Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһы”ағзаһы (1999).

Хеҙм.: Абашевская культура Южного Приуралья. Уфа, 1986; Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989; Срубная общность Восточной Европы. Уфа, 2006.

М.Ф.Обыдённов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика