ГЕНИНГ Владимир Фёдорович (10.5.1924, Алтай губ. Подсосново а. — 30.10.1993, Киев), археолог. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1985). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ижевскиҙа (1954 й. алып Удмурт республика тыуған яҡты өйрәнеү музейында) эшләй. 1960 й. алып Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) уҡытыусыһы; 1974 й. башлап Украина ФА‑ның Археология ин‑ты (Киев) дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1978 й. — бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре археологияның теоретик-методологик проблемаларына, иртә тимер быуатҡа һәм Урта быуатҡа, болғарҙарҙың, фин-уғыр ҡәбиләләренең формалашыу мәсьәләләренә һ.б. арналған. 1960—74 йй. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәтен һ.б. өйрәнән Урал археологик экспедицияһы (ҡара: Археологик экспедициялар) етәксеһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Этническая история Западного Приуралья на рубеже нашей эры (пьяноборская эпоха 3 в. до н.э. — 2 в. н.э.). М., 1988; Структура археологического познания (проблемы социально-исторического исследования). Киев, 1989; Синташта: археологические памятники арийских племён Урало-Казахстанских степей. В 2 ч. Ч.1. Челябинск, 1992 (авторҙ.).

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика