ГАРНАТИ [Әбү Хәмит Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Әбдрәхим Әл‑Мазини Әл‑Ҡанси әл‑Гарнати; 1080 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1081), Гранада ҡ., Зиридтар дәүләте — 1170, Дамаск, Фатимиҙар хәлифәте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, миссионер. Александрия, Ҡаһирә ҡҡ. (Мысыр) уҡый. 12 б. башында Үҙәк һәм Көнсығыш Европала сәйәхәт итә. “Төхвәт әл‑әлбаб үә нухбат әл-аджаб (“Аҡыллыларға бүләк һәм мөғжизәләр һайланмаһы”), “Әл-Мөриб ән бәд аджаип әл-Мәғриб” (“Мәғрибтең ҡайһы бер мөғжизәләре тураһында аңлайышлы хикәйәт”) хеҙмәттәре авторы. Волга буйы Болғарының соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешен тасуирлай. Г. хеҙмәттәрендә башҡорттар, болғарҙар, бәшнәктәр, хазарҙар һ.б. ҡәбиләләрҙең таралып ултырыу терр‑яһы, уларҙың хужалығы, теле, риүәйәттәре, легендалары т‑да, ш. уҡ башҡа этнографик һәм фольклор материалдар тупланған.

Әҙәб.: Крачковский И.Ю. Избранные сочинения. В 6 т. Т.4. М.; Л., 1957; Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IХ—Х вв. М., 1962; Путешествие Абу Хамида ал-Гарнати в Восточную и Центральную Европу (1131—1153 гг.). М., 1971.

Б.С.Ильясов, М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика