ГАРДИЗИ (Әбү Сәит Әбд әл-Хәйибн әз-Захаҡ ибн Мәхмүт әл-Гардизи; 11 б.), фарсы ғалимы. “Зәйн әл-әхбәр” (“Хәбәрҙәр биҙәге”; яҡынса 1050—53 йй.) хеҙмәтенең авторы. Бәшнәктәрҙе, ҡыпсаҡтарҙы һәм Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азияның башҡа төрки ҡәбиләләрен тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Рустаның, Ибн Хордадбехтың һуңынан юғалған әҫәрҙәрен файҙаланған. Г. яҙмалары аша беҙгә Ибн әл-Мукафф (яҡынса 780 й.) мәғлүмәттәре килеп еткән; уларға ярашлы, башҡорттар ҡыймаҡтар м‑н хазарҙар араһында йәшәгән, ә уларҙың башлығы “хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәләренән” булған (ҡара: Башгирд).

Әҙәб.: Крачковский И.Ю. Избранные сочинения. В 6 т. Т.4. М.; Л., 1957; Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. М., 1962.

И.М.Аҡбулатов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика