ҒАИЛӘНИКАХ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ, никахтың һәм ғаиләнең йәшәп килгән формаларын сағылдырыусы ғөрөф‑ғәҙәттәр һәм йолалар комплексы. Башҡорттарҙа төп урынды тотҡан ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡмәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында формалаша, хужалыҡтың традицион формаларына (ҡара: Игенселек, Малсылыҡ), соц. һәм мәҙәни традициялар м‑н бәйле була. Йола хоҡуғы нормаларына, ислам ҡабул ителгәндән һуң шәриғәткә ярашлы көйләнә. Туған ғаиләләр (ара), ырыу бүленеше, 19 б. тиклем ырыу ағзалары араһында никахтар тыйылған (ҡара: Экзогамия). 19 б. — 20 б. башында ҡыҙҙарҙың никахҡа инеү йәше 16—17 йәш (ҡайһы ваҡыт 12— 15), егеттәрҙең 19—20 йәш (һирәгерәк 16—18) булған. Никахтар ҡоҙалау б‑са башҡ. этносы эсендә (ҡара: Эндогамия), билдәле бер соц. төркөм (ҡара: Социаль структура) сиктәрендә ҡоролған; ҡыҙ урлау, левират, сорорат һ.б. йәшәп килгән. Айырылышыу шәриғәт б‑са башҡарылған. Ғаилә башлығы (атай кеше йәки ирҙәрҙең иң олоһо) община һәм дәүләт властары алдында ғаилә өсөн яуаплы булған, мөлкәт м‑н идара иткән; ҡа‑ тын‑ҡыҙҙарҙың өлкәне (йәки ғаилә башлығының ҡатыны) ҡатын‑ҡыҙ эштәре м‑н етәкселек иткән. Енескә һәм йәшкә ҡарап аныҡ хеҙмәт бүленеше булған: ир‑ат — утын, малға аҙыҡ әҙерләү, торлаҡ һәм хужалыҡ ҡоролмалары төҙөү һәм йүнәтеү, солоҡсолоҡ, һөнәрселек, кәсептәр м‑н, ҡатын‑ҡыҙ йорт эштәре, бәйләү, туҡыусылыҡ, балаҫ һуғыу, тула баҫыу һ.б. эштәр м‑н шөғөлләнгән. Балалар хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан: мал, йорт ҡоштарын ҡараған һ.б. Башҡ. ғаиләһендә ғәҙәттә 7—8 бала булған (6—7 йәшкә тиклем ир балаларҙы тәрбиәләү м‑н башлыса әсәләре, артабан аталары шөғөлләнгән). Өйләнгәндә йәки кейәүгә сыҡҡанда ололоҡ принцибы һаҡланған. Традицион ғаилә этикеты ата‑әсәне, кеселәрҙең өлкәндәрҙе хөрмәтләүенә ҡоролған булған. Өлкәндәргә туғанлыҡ терминдары м‑н мөрәжәғәт итеү ҡабул ителгән (ҡара: Туғанлыҡ системаһы). Кейәүҙәге ҡатын‑ҡыҙға иренең өлкән туғандары м‑н һөйләшеү, йәмәғәт урындарында булыу һ.б. тыйылған. Ғаиләләр байрамдарҙы, төрлө йолаларҙы бергә үткәргән, туйҙар, ерләүҙәр (ҡара: Ерләү йолалары) ойоштороуҙа һ.б. ҡатнашҡан.

20 б. башына ҡарата башҡорттарҙа вариҫлыҡ һәм мөлкәт бүлеүҙең аныҡ тәртибе булмаған. Традицион башҡ. ғаиләһендә, өйләнгән улдарының балалары тыуыу һәм уның артынса килгән улдары өйләнеү м‑н, уны, ҡағиҙә булараҡ, ғаилә мөлкәтенән өлөш сығарып һәм йорт м‑н тәьмин итеп, башҡа сығарғандар. Ҡыҙҙар мираҫлыҡ өлөшөн бирнә рәүешендә алған, уларға ш. уҡ әсәләре‑ нең шәхси мөлкәте лә күскән. Кинйә ул атаһының вариҫы һаналған һәм ҡартайған ата‑әсәһен ҡарарға тейеш булған. Атай кеше ваҡытһыҙ үлеп киткән осраҡта ғаилә башлығы вазифаһы өлкән улға йөкмәтелгән. Шәриғәт б‑са, ире мәрхүм булған ҡа‑ тын уның мираҫының 1/6 өлөшөнә дәғүә итә алған (ир — ҡатыны мираҫының 1/3 өлөшөнә) һәм мәһәрҙең (ире инициативаһы б‑са айырылышыу йәки уның мәрхүм булыуы осраҡтарында йыш ҡына ҡатын милкендә ҡала торған мөлкәт рәүешендәге компенсация) ҡалған өлөшөнә хоҡуғы һаҡланған. Әгәр ҡатын артабан икенсе ғаилә кешеһенә кейәүгә сыҡһа, уға бирнәһе ҡайтарып бирелгән, балалары мәрхүм ире ғаиләһендә ҡалған. Туғандарҙың киң даирәһе вариҫ булып иҫәпләнгән, әммә яҡын туғандар — алыҫ туғандарға, ата яғынан туғандар — әсә яғыныҡыларға, ир яғынан туғандар ҡатын яғыныҡына ҡарағанда өҫтөнлөк м‑н файҙаланған. Ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуғы баш‑ лыса ир яғынан туғандарға бирелгән (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы). 19 б. аҙ. — 20 б. башында васыят б‑са вариҫлыҡ йолаға инә башлай. Бәхәстәр килеп тыуғанда муллаға йәки власть органдарына мөрәжәғәт иткәндәр. Башҡорттарҙың Ғ.‑н.м. 20 б. соц.-иҡт., сәйәси һ.б. факторҙар һөҙөмтәһендә үҙгәрештәр кисерә; БР Ғаилә кодексы (1994), башҡа закондар һәм хоҡуҡи акттар м‑н көйләнә (ҡара: Ғаилә хоҡуғы).

Г.А.Кинйәбаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика