ВЕЛЬЯМИНОВ-ЗЕРНОВ Владимир Владимирович (31.10.1830, С.‑Петербург — 17.1.1904, Киев, Орёл губ. Корсунское а. ерләнгән), шәрҡиәтсе, тарихсы. Император С.‑Петербург ФА- ның акад. (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре д‑ры (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. 1853 й. Коканд походында ҡатнашыусы. Александр лицейын тамамлаған (С.‑Петербург, 1850). 1850—51 йй. һәм 1856— 59 йй. Сит ил эштәре министрлығының Азия департаментында хеҙмәт итә. 1851—56 йй. Ырымбур һәм Һамар ген.-губ‑ры В.А.Перовский эргәһендәге махсус эштәр б‑са чиновник; 1888—1902 йй. Киев уҡыу округы попечителе, бер үк ваҡытта 1889 й. алып Волынск, Киев һәм Подольск губ. боронғо акттарын тикшереү б‑са комиссия рәйесе. Археография, сығанаҡтар өйрәнеү, шәрҡиәт, нумизматика, тел ғилеме м‑н шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Бохара, Ҡырым һәм Әстерхан ханлыҡтары, Ҡасим батшалығы тарихына арналған. Ырымбур крайында башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың һ.б. халыҡтарҙың телен, этнографияһын һәм тарихын өйрәнә. Башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы яҡлы була. Жалованный грамоталарҙы һәм 17—19 бб. башҡа тарихи сығанаҡтарын фәнни ҡулланылышҡа индерә. “Башҡортостанда ғәрәп-татар яҙмалы ҡомартҡы” (“Памятник с арабско-татарской надписью в Башкирии”; 1859) мәҡ. Хөсәйенбәк кәшәнәһенә тасуирлама бирә. 1857 й. башлап Император Рус археология йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, 1859 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1861 й.) — секретары, 1867 й. — уның Көнсығыш бүлексәһе секретары. Рус география йәмғиәтенең, Германия ориенталистар йәмғиәтенең, Франция археология йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы һ.б. 2‑се дәрәжә Изге Владимир, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Исторические известия о киргиз-кайсаках и сношениях России с Средней Азиею со времён кончины Абул-Хайр хана (1748—1765): в 2 т. Уфа, 1853—1855; Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями //Записки Императорской Академии Наук. 1864. Т.4. Кн. 1—2; Исследование о касимовских царях и царевичах: в 3 т. СПб., 1863—1866.

Әҙәб.: Д у б р о в и н Н.Ф. Владимир Владимирович Вельяминов-Зернов //Известия Академии наук. 1904. Сер.5. Т.20. №3.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика