ВАРНА КӘШӘНӘҺЕ, А ҡ һ а ҡ Т и м е р м а н а р а һ ы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Силәбе өлк. Варна а. 6 км һәм Көньяҡ Урал т. юлы Тамерлан ст. көньяҡ- көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Р.Г.Игнатьев, П.С.Паллас, П.И.Рычков, К.В.Сальников, А.П.Смирнов һ.б. тарафынан тасуирлана, 1889 й. Э.Ю.Петри, 1960 й. В.С.Стоколос, 1982—83 йй. Урал-Ҡаҙағстан археологик экспедицияһы тикшерә. 1983 й. кәшәнә реконструкциялана. 1983 й. кәшәнә реконструкциялана (проект авторы М.Г.Семёнов). Кәшәнә бейеклеге 5,7 м булған көмбәҙ м‑н осланған 2 ҡатлы түңәрәк ҡоролманан (бейеклеге 16 м) ғибәрәт. Түбәнге ҡаты планда дүрткел (6,5×6,5 м), өҫкөһө 12 ҡырлы формала. Стеналары яндырылған кирбестән һалынған. Инеү урыны көньяҡҡа ҡарай һәм көмбәҙ түшәмле порталдан (оҙонлоғо 3,1 м) тора. Порталдың фасад өлөшө П рәүешле рам һәм тура мөйөшлө инеү уйымы өҫтөндәге арка м‑н биҙәлгән. Тәҙрәләре көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡарай. Төньяҡ стена янында ҡатын-ҡыҙҡәбере (1 м тәрәнлектә) табылған. Мәйет ағас табутта, күҙҙәре һәм ауыҙы тирәләй тишектәр ҡалдырып туҙға төрөлгән килеш салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡиммәтле ташлы һорау билдәһе рәүешендәге 2 алтын алҡа, фирүзә ташлы һәм биҙәкле 2 алтын йөҙөк, хайуан һөйәктәре, ебәк, күмер киҫәктәре табылған. Шулай уҡ емерелгән 2 ҡәберлек табылған: береһе — көнбайыш стена янында (баш һөйәге, ҡайын ҡаҙыҡтар, тәкәһөйәктәре), икенсеһе — уртала (ҡыҙыл төҫкә буялған баш һөйәге, тәкәһәм ат һөйәктәре табылған). В.к. материалдары Эрмитажда һәм Силәбе ун‑ты фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Мендикулов М.М. Памятники народного зодчества Западного Казахстана. Алма‑Ата, 1987; Боталов С.Г., Гарустович  Г.Н., Яминов А.Ф. Новые материалы по мавзолеям Зауралья и Центрального Казахстана //Наследие веков. Уфа, 1995.

 Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика