ИЛЬЯСОВ Барый Ғәле улы (13.6.1939, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бүребай ҡсб), инженер‑электромеханик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), техник ф. д‑ры (1983), проф. (1985). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Мәскәү авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) Өфө машиналар эшләү б‑са “Союз” КБ‑нда эшләй. 1971 й. алып ӨДАТУ-ла уҡыта: 1980 й. — техник кибернетика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап информатика һәм робот техникаһы ф‑ты деканы, 1989 й. — фәнни эштәр б‑са проректоры; бер үк ваҡытта 1992 й. алып Механика ин‑тында дир. урынбаҫары, 1994—2010 йй. – лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре төрлө физик тәбиғәтле ҡатмарлы объекттар м‑н идара итеү теорияһына, ш. иҫ. макроэкономик системала идара итеүҙең интеллектуаль системаларына, арналған. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре БР‑ҙың, РФ‑тың авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 620‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 116 уйлап табыу авторы. Р.Р.Мәүлитов ис. пр. лауреаты (2005.

Хеҙм.: Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М., 2003 (авторҙ.); Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления. Теория и практика. М., 2009 (авторҙ.).

В.Н.Васильев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке