АЗОТЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн азот сығанағы булараҡ файҙаланылған минераль матдәләр. Азот кислотаһы һәм аммоний тоҙҙары А.а. етешт. өсөн төп сеймал булып тора.

А.а. аммиаклы (аммиаклы һыу, шыйыҡ аммиак, аммоний сульфаты һәм хлориды); нитратлы (натрий, кальций һәм калий селитралары); аммиак-нитратлы (аммиак селитраһы, аммоний сульфат-нитраты һ.б.); амидлы (мочевина, мочевина-формальдегидлы ашлама һ.б.) төрҙәре бар. А.а. бөтә а.х. культураларына төп һәм сәсеү барышындағы ашлама булараҡ, ш. уҡ өҫтәмә туҡландырыу өсөн ҡулланыла. А.а. дозаһы тупраҡта азоттың күпме булыуы, ашланған культураның биол. үҙенсәлектәре һәм ашламаны ҡулланыу алымы м‑н бәйле.

Башҡортостанда А.а. ҡулланыу айырыуса урман-дала зонаһында, ш. уҡ һуғарыу осоронда һөҙөмтәле. 20 б. 60‑сы йй. башында Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) шыйыҡ аммиак, мочевина, 80‑се йй. уртаһында “Минудобрения” пр‑тиеһында аммиаклы селитра етештереү үҙләштерелә. 1961—70 йй. респ. хужалыҡтарында 28,4 мең т (8,1 кг/ га), 1971—80 йй. — 73,5 мең т (21,0 кг/ га), 1981—90 йй. — 119,7 мең т (34,2 кг/ га), 1991—99 йй. — 90,0 мең т (27,1 кг/ га) А.а. (тәьҫирле матдә) ҡулланыла. 90‑сы йй. А.а. (45—65 кг/га азот) иң күбе Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ р‑ндары хужалыҡтарында ҡулланыла.

Әҙәб.: Усманов Ю.А. Агрохимические районы Башкирии и применение удобрений. Уфа, 1971; Научные основы и рекомендации по применению удобрений в Башкирской АССР. Уфа, 1981.

В.М.Вәлиев, М.К.Харисов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.