ИКЕНСЕЛ ЯҒЫУЛЫҠ-ЭНЕРГЕТИКА РЕСУРСТАРЫ, производство ҡалдыҡтарының, өҫтәмә йәки аралыҡ продукттарының энергетик потенциалы; икенсел ресурстар төрө. Йылылыҡ И.я.‑э.р. технологик агрегат газдарынан, һыуытыу системалары шыйыҡлыҡтарынан һәм газдарынан, файҙаланылған һыу быуынан, вентиляция һ.б. ташландыҡтарынан сыҡҡан йылылыҡ; яғыулыҡ И.я.‑э.р. иретеү мейестәренән сыҡҡан янар газдарҙың, углеродлы йәки углеводородлы сеймалды һ.б. химик һәм нефтехимик юл м‑н эшкәртеү процестары ҡалдыҡтарының химик энергияһы инә. И.я.‑э.р. шулай уҡ ҡулланыусыларға ебәреү йәки атмосфераға сығарып ташлау алдынан баҫымын кәметеп ҡыҫылған газдарҙың һәм шыйыҡлыҡтарҙың потенциаль энергияһы ҡарай. Арзан энергия сығанағы булып тора. Башҡортостан пр‑тиеларында иң таралған И.я.‑э.р. сығанағы — мартен, быяла иретеү һ.б. мейестәрҙең быу алыу һәм һыу йылытыу өсөн утилизатор‑ҡаҙандарҙа файҙаланылған юғары т‑ралы газдары. 2004—06 йй. “Мотор” пр‑тиеһында ӨДАТУ һәм Технология һәм производствоны ойоштороу институты м‑н берлектә магистраль газ торбаларынан килгән тәбиғи газдың киңәйеү энергияһын эшкәртеү өсөн турбодетандер уйлап табыла. 90‑сы йй. аҙ. алып ӨДАТУ, ӨДНТУ, Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты һ.б. респ. пр‑тиеларына энергетик тикшереү (шул иҫ. И.я.‑э.р. файҙаланыу мәсьәләләре б‑са) үткәрә. 2009 й. БР‑ҙа 85% яғыулыҡ һәм 38,6% йылылыҡ И.я.‑э.р. файҙаланылған, был 861,4 мең т шартлы яғыулыҡты экономиялауға торошло.

Р.Ш.Латипов, Н.М.Цирельман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.