ИКЕ ЗВЕНОЛЫ ТРАНСПОРТЁР, йөк һәм пассажирҙар ташыу өсөн тоташмалы сылбырлы тәгәрмәсле машина. Бер‑береһе м‑н тағылма, ярымтағылма (эйәр рәүешле) һәм вагон схемаһы б‑са тоташтырылған ике актив звенонан (арбаларҙан) тора; үҙ аллы боролош механизмдары була. Йөк күтәреүсәнлеге һәм тәғәйенләнеше б‑са айырыла; йөҙә ала һәм йөҙә алмай торғандарға бүленә. Башҡортостанда И.з.т. 1982 й. алып “Витязь” ААЙ етештерә. Звенолары тағылма схемаһы б‑са тоташтырылған һәм йөк күтәреүсәнлеге 2, 5, 7, 8, 10, 20 һәм 30 т булған И.з.т.; оҙон үлсәмле (20 м тиклем) бүленмәй торған (50 т тиклем) йөктәрҙе ташыу өсөн, йөҙә ала торған, хәрбиҙәр өсөн модификациялар уйлап табылған. И.з.т. базаһында ҡатмарлы юл (тәрән ҡар, ҡомло сүл, һаҙлыҡлы урындар) һәм климат шарттарында (юғары дымлылыҡ, юғары һәм түбән т‑ра, шыйыҡ һауа һ.б.) эшләү өсөн транспорт, экспедицион, технологик, бәлә‑ҡазанан ҡотҡарыу һәм авария‑ремонт комплекстары сығарыла. “Витязь” И.з.т. йөҙөү хәленән судноға әйләнеп ҡайта ала, бер звеноһының йөрөткөс механизмы эшләмәгәндә, 1, 2 йәки 3 сылбырлы тәгәрмәсе булмаған осраҡтарҙа йөрөй ала. ДТ‑10П һәм ДТ‑30П моделле И.з.т. уйлап тапҡан һәм уларҙы сериялы етештереүгә өлгәшкән өсөн В.И.Савельев, В.В.Семёнов, А.Л.Чахеев, А.Ф.Челпановский РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт пр. лайыҡ була (1994).

Әҙәб.: Осколков К.В. Первые отечественные сочленённые гусеничные машины – двузвенные транспортёры “Витязь”. Уфа, 2005.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

“Витязь”ғаиләһендәге ике звенолы транспортёрҙар

 Төп характеристикаһы

ДТ-10П

ЛТ-30П

ДТ-30

 Ауырлығы (бөтә ҡорамалдары м-н), т

21,5

28

29

 Йөк күтәреүсәнлеге, т

10

30

30

 Кабиналағы урындар һаны

5

5

5

 Ташыла торған йөктөң максималь оҙонлоғо, м

6

6,5

13

 Двигателенең ҡеүәте, а.к.

710

710

710

 Ҡоро ерҙәге иң юғары тиҙлеге, км/сәғ

37

37

37

 Йөҙгән саҡта иң юғары тиҙлеге, км/сәғ

5

4

 Ер өҫтөнә уртаса сағыштырма баҫымы, кгс/см2

0,22

0,3

0,3

 Яғыулыҡ буйынса йөрөш запасы, км

500

500

500

 Еңә алған ҡаршылыҡтары (бөтә ҡорамалдары м‑н)

 

 

 

 иң ҙур менеү йәки төшөү мөйөшө

350

300

300

 иң ҙур ҡырынайыу мөйөшө

200

150

150

 һыу ҡаршылығы

йөҙә ала

йөҙә ала

кисеү 1,8м

 соҡор киңлеге, м

3

4

4

 барьер бейеклеге, м

1,5

1,5

1,5