ИВАНОВ Валентин Тимофеевич (1.1.1929, ТАССР‑ҙың Ғәйтән а. – 15.4.2003, Өфө), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1978), проф. (1978). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1949), БДУ‑ны (1963) тамамлаған. 1966—2001 йй. БДУ‑ла (1975—1993 йй. хисаплау математикаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1973—93 йй. Математика ин‑тында (өлкән, 1988 й. төп ғилми хеҙм‑р, 1989 й. алып бүлек мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһына, математик модель әҙерләүгә арналған. И. мәсьәләләрҙең киң класы өсөн тура һыҙыҡтар ысулының дөрөҫлөгөн, Лаплас тигеҙләмәһе өсөн тышҡы сик мәсьәләләрен сығарыуҙың айырмалы ысулдарын тикшерә, интеграль тигеҙләмәләрҙе сығарыуҙың, күп бәйләнешле һәм өс үлсәмле өлкәләрҙә сик мәсьәләләрен сығарыуҙың комбинациялы ысулдарын, электрохимик системаларҙа электр, йылылыҡ, масса күсереү процестарының матем. моделдәрен уйлап таба. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Методы решения прямых и обратных задач электрокаротажа. М., 1983 (авторҙ.); Оптимизация электрических полей, контроль и автоматизация гальванообработки. М., 1986 (авторҙ.); Математическое моделирование электротепломассопереноса в сложных системах. Уфа, 1991 (авторҙ.).

Ф.В.Лубышев

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.