ИВАНОВ Владимир Александрович (28.4.1950, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Иглин р‑ны мәктәптәрендә, 1975 й. Куйбышев пед. ин‑тында, 1976 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй (1991 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р). 1996 й. алып СДПИ‑ның дөйөм тарих каф. мөдире, 1998 й. — тарих ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта ТТӘИ хеҙм‑ре. 2002 й. башлап БДПУ‑ла (2009 й. тиклем ватан тарихы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатына, фин‑уғыр ҡәбиләләренеœ, төрки ҡәбиләләрҙең формалашыу проблемаларына арналған. Ананьин мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Ҡормантау мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте һ.б. археологик ҡомартҡыларҙы өйрәнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Курганы кыпчакского времени на Южном Урале (XII—XIV вв.). М., 1988 (авторҙ.); Угры Предуралья в древности и средние века. Уфа, 2009 (авторҙ.); Путь Ахмеда ибн-Фадлана. Уфа, 2010.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке