ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы (18.1.1939, ТАССР‑ҙың Урыссу а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта 1966 й. алып Новосибирск ун‑тында эшләй. 1980 й. башлап Өфөлә: СССР ФА БФ Физика һәм математика бүлегендә лаб. мөдире, бер үк ваҡытта ӨДАТУ‑ла уҡыта, 1984— 87 йй. ғәмәли математика каф. мөдире. 2011 й. алып лаб. ғилми етәксеһе. 1987 й. башлап Мәскәүҙә: СССР ФА-ның Ғәмәли математика ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта Мәскәү физика‑техник ин‑тында уҡыта. 1994 й. алып Көньяҡ Африка Республикаһында эшләй: Витватерсранд ун‑тында (Йоханнесбург), 1997 й. башлап Ммабато ун‑тында һәм бер үк ваҡытта ш. уҡ ун‑ттағы Симметрия һәм математик модель әҙерләү ин‑ты (Мафикенг ҡ.) директоры. 2000 й. алып Швецияла: Блекинге технология ин‑ты эргәһендәге халыҡ‑ара ALGA фәнни үҙәге (Карлскруна ҡ.) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау теорияһына, математик физика мәсьәләләренә арналған. И. тарафынан Риман арауығындағы дөйөмләштерелгән хәрәкәттәр теорияһы эшләнә, гидродинамикала яңы һаҡланыу закондары, тулҡындарҙың таралыу теорияһында Гюйгенс принцибының теоретик‑төркөм тәбиғәте асыла һәм тривиаль булмаған конформлы төркөмлө арауыҡтарҙа Адамар проблемаһы хәл ителә һ.б. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Группы преобразований в математической физике. М., 1983; CRC Handbook of Lie Group Analysis of Differential Equations. Vol.1-3. Boca Raton, 1994-1996 (авторҙ.); A Practical Course in Differential Equations and Mathematical Modeling: Classical and New Methods. Nonlinear Mathematical Models. Symmetry and Invariance Principles. Singapore, 2009.

Р.Ҡ.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.