ИБРАҺИМОВ Вил Солтан улы (19.6.1929, Өфө – 19.5.1995, шунда уҡ), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1962), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨАИ‑ны тамамлаған (1952). 1953 й. алып Силәбе механика з‑дында эшләй. 1962 й. башлап БАХИ‑ла: 1964 й. — машина-трактор паркын файҙаланыу һәм ремонтлау каф., 1967—78 йй. машиналар ремонтлау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. машиналарын ремонтлау технологияларын камиллаштырыуға бәйле. И. етәкс. автотрактор деталдәренең өҫтөнә ирегән металл йүгертеү юлы м‑н яңыртыу технологиялары уйлап табыла, улар БР АСК‑ның техника ремонтлау пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.