ЗОРИН Сергей Петрович (21.9.1889, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.10.1965, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1943), проф. (1944). Томск технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1921) Стәрлетамаҡ кантон башҡарма ком‑тында эшләй. 1929 й. алып Өфөлә: БАССР Эске эштәр ХК‑ның Шоссе һәм түшәлмәгән юлдар һәм автомобиль транспорты идаралығының “Ардис” юл‑тикшеренеү станцияһы ғилми етәксеһе, 1936 й. башлап Рәсәй Урындағы төҙөлөш материалдары ҒТИ‑ның Өфө филиалында (1943 й. алып дир. урынбаҫары), 1948—60 йй. БАХИ‑ла (1958 й. тиклем геодезия һәм юғары математика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төҙөлөштә тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу проблемаларына арналған. З. тарафынан П.П.Будников м‑н берлектә ангидритлы‑глинозёмлы цемент яһау технологияһы эшләнә һәм илдә тәүгеләрҙән уны етештереү ойошторола. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1942). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

 Хеҙм.: Гипсы Башкирии и их использование в строительстве. Уфа, 1959 (авторҙ.).

Ә.Ф.Хәйретдинов

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика