ЕР ЭШКӘРТЕҮГӘ БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР, ер эштәрен үтәүгә (ҡара: Игенселек) тап килтерелгән традицион йолалар. Башҡорттарҙың Е.э.б.й. шартлы рәүештә 2 төркөмгә бүленә: беренсеһе — сәсеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреүгә (яҙ һәм йәй), икенсеһе уңышты үҫтереүгә һәм йыйып алыуға (йәй һәм көҙ) бәйле. Е.э.б.й. изге теләктәр әйтеүгә ҙур урын бирелгән: уларҙы йола атҡарыу урынына барғанда, ҡорбан килтергәндә, йола ашы әҙерләгәндә, бергәләп табын ҡорғандан, һыу ҡойонғандан һуң, ҡайтҡан саҡта һ.б. осраҡта әйткәндәр. Башҡорттар уңыштың мул булыуын, уны һаҡлап алып ҡалыуҙы, киләһе йылдың сәсеү эштәрен әҙерләүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән таҙарыныу, һаҡланыу һ.б. йола ғәмәлдәре башҡарған. Байтаҡ Е.э.б.й. һыуҙы ололау (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) м‑н бәйләнгән, күпселеге ямғыр яуҙырыуға йүнәлтелгән булған (ғәҙәттә, яҙғы‑йәйге йолалар, байрамдар ваҡытында үткәрелгән ҡойоноу уларҙың иң боронғоһо һәм ябайы иҫәпләнә). Е.э.б.й. ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) бешерелгән аштар мөһим урын тотҡан. Йола табыны өсөн уңыш биреүҙе кәүҙәләндереүсе ярма, йомортҡа төп аҙыҡ һаналған. Сәсеү осоронда буласаҡ уңыш нигеҙен нығытыуҙы маҡсат иткән йолалар атҡарылған. Тотош ғаилә баҫыуға сыҡҡан, үҙ биләмәһенә барған юлда ғаилә башлығы балаларға, етемдәргә, ярлыларға йомортҡа таратҡан, уны ш. уҡ орлоҡ м‑н бергә баҫыу өҫтөнә ташлаған. Сәсеүҙе тамамлаған көндә “Һабан һыуы” йолаһы үткәрелгән: һабансыларҙы, баҫыуҙарҙы, ишек алдын, үләнде, малды һыуға ҡойондорғандар. “Һабан бутҡаһы” йолаһы билдәле: ҡыяҡлыларҙан бутҡа бешереп, һабансыларҙы, ҡарттарҙы, балаларҙы һыйлағандар. Йәй ҡоро килгәндә “Ямғыр теләү” йолаһы башҡарылған: аҡһаҡалдар билдәләгән көндә (йыуыныу, таҙа кейем кейеү тыйылған) бөтә ауыл йылға буйына сыҡҡан, яр буйында ҡара (болот төҫөн кәүҙәләндергән) һыйыр йәки бер нисә һарыҡ ҡорбан ителгән. Малдың баш-тояғын һыуға ташлағандар йәки күмгәндәр; күмәк табындан һуң йылғаға ҡоромланған тишек ҡаҙан йәки тимер әйбер ташлағандар, йәштәр һыу һибешкән, төрлө халыҡ уйындары уйнаған, өлкәндәр зыяратта йәки баҫыуҙа доға уҡыған (ҡара: Мосолман йолалары). Тау-урманлы төбәктәрҙә “Ямғыр теләү” йолаһын ш. уҡ тау түбәһендә лә үтәгәндәр, унда хөрәфәттәр б‑са изге, тылсымлы үҙенсәлектәргә эйә таштар булған: уларҙы ҡайһы яҡҡа бороуға ҡарап (көнсығышҡа йәки көнбайышҡа), аяҙ йәки яуынлы һауа торошо урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта ямғырҙы ут ярҙамында саҡырып була, тигән ышаныу йәшәгән. “Ағас уты сығарыу” йолаһын атҡарғандар: бер бағанаға йәнәш бәләкәйерәк бағана ултыртҡандар, улар араһына арҡан уралған саған таҡта беркеткәндәр һәм ике кеше ут быҫҡый башлағанға тиклем арҡанды тартҡан; бынан һуң бер аҙна буйына ямғыр көткәндәр, әгәр ул яумаһа — йоланы ҡабатлағандар. Көньяҡ-көнсығышта ҡатындар араһында килендең яланғас арҡаһына һыу һибеү йолаһы йәшәгән. Башҡортостандың Урал аръяғында һәм көньяғында ямғырлы йәйҙә “Ҡәһәрле ямғыр” йолаһы үткәргәндәр: аҡһаҡалдар билдәләгән көндә өлкәндәр һәм балалар (таҙа кейемдә булыу талап ителгән) яҡындағы түбә башына менеп, йола табыны ойошторған (аҡ һыйыр йәки һарыҡ һуйылған), өлкәндәр доға уҡыған (алданыраҡ “Ямғыр теләү” йолаһы үткәрелгән осраҡта һыуҙан тишек ҡаҙанды алғандар). Боронғо ҡояш культына барып тоташҡан “Ҡояш теләү” йолаһы ямғырҙы туҡтатыуға һәм ҡояш саҡырыуға йүнәлтелгән. Сәсеүлектәрҙе һаҡлау өсөн ҡорбан килтереү, йола табыны, доға уҡыуҙан торған “Теләк” йолаһы башҡарылған. Ямғыр саҡырыу өсөн йола ғәмәлдәрен, ҡара мал ҡорбан итеп, һыу буйында, ҡояш саҡырыу маҡсатында, аҡ мал салып, тауҙа атҡарғандар. Ғәҙәттә, йола ямғыр туҡтатыу өсөн үткәрелһә, йорттан ишек алдына ялтыр металл әйбер сығарғандар йәки ергә бысаҡ ҡаҙағандар (ҡояш күренеү м‑н, уларҙы кире алып ингәндәр). Тау-урманлы төбәктәрҙә “Теләк” йолаһы, ғәҙәттә, зыяратта үткәрелгән: ҡорбан салғандар, именлек, бай һәм мул уңыш теләп, ата-бабаларға мөрәжәғәт иткәндәр (ҡара: Ата-бабалар культы). Уңыш йыйыу осоронда “Ер кәтмәне” йолаһы булған: ҡорбан килтергәндән һуң (һыйыр, һарыҡ һуйғандар) ҡорбан малының ҡанын ер өҫтөнә һипкәндәр, ергә бер ус иген күмгәндәр. Аштан һуң халыҡ уйындары үткән. Ер эштәре циклы м‑н байтаҡ халыҡ байрамдары бәйләнгән. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тап килгән һабантуй уларҙың иң мөһиме иҫәпләнә. Яҙын йәки йәй башында ш. уҡ ҡарғатуй, кәкүк сәйе үткәрелгән, унда муллыҡ, именлек теләге м‑н тәбиғәткә, ҡоштарға арнап йола ғәмәлдәре башҡарылған, ҡыяҡлыларҙан йола бутҡаһы бешерелгән. Иртә көҙҙә тәүге уңыш хөрмәтенә “Ашлыҡ байрамы” үткәрелгән: ҡыяҡлыларҙан йола бутҡаһына ҡунаҡ саҡырғандар. Бындай Е.э.б.й. Башҡортостанда йәшәгән мари, сыуаш, татар, удмурт һ.б. халыҡтар араһында ла булған.

Әҙәб.: Янгузин Р.З. Дореволюционные земледельческие обряды башкир //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1980; Нагаева Л.И. Весенне-летние празднества и обряды башкир //Исследования по исторической этнографии Башкирии. Уфа, 1984.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика