ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович (27.4.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап нефть‑газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу каф. мөдире), 1973—76 йй. Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ тулы мөхиттәрҙә төрлө шыйыҡлыҡтар фильтрлау үҙенсәлектәрен, нефттең реологияһын, скважиналарҙы файҙаланыуҙың, ремонтлауҙың, нефть һәм газ сығарыу объекттарында тәбиғәтте һаҡлаусы технологияларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы өйрәнеүгә бәйле. З. тарафынан скважиналарҙы ҡатламдың коллектор сифаттарын һаҡлап туҡтатыу, сығарыусы һәм ҡыҫып тултырыусы скважиналарҙың эшен көйләү технологиялары уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эффективность эксплуатации установок электроцентробежных насосов в скважинах. Уфа, 2006 (авторҙ.); Разработка нефтяных и газовых месторождений. Тюмень, 2010 (авторҙ.); Нефтегазовое дело. В 6 т. Т.3. Добыча нефти и газа. СПб, 2011.

О.А.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика