ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович (26.8.1953, Һарытау крайы Родничёк ст.), инженер‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй (Октябрьский ҡ.; 1966 й. алып лаб. мөдире). 1972 й. алып Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑нда (Өфө): лаб. мөдире, 1984 й. башлап бүлек мөдире. 1986—90 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1983 й. алып ӨДАТУ‑ла: фәнни тикшеренеүҙәрҙең автоматлаштырылған системаһы каф. мөдире, 1990—98 йй. информатика сараларын проектлау каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре геофизика, информатика, логика һәм математикаға арналған. З. ҡатнашлығында геофизик мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн автоматлаштырылған системалар, үтә һығылмалы режимдағы металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүҙең технологик процестарын автоматлаштырылған проектлау системалары төҙөлгән. З. уйлап комплекстары БРҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основания теоретической информатики: в 11 кн. Уфа, 1995—2004.

В.П.Житников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика