ЗАРИПОВ Рәил Моталлап улы (1.1.1946, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а.), математик. Техник ф. д‑ры (2005). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) Силәбе өлк. һәм БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1971 й. алып Ҡазан физика-техник ин‑тында, 1979 й. — ӨДНТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре деформациялана торған ҡаты есемдең механикаһына, үткәргес торбалар һәм резервуарҙарҙың ныҡлығы, тотороҡлолоғо һәм тирбәлеүе проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Расчёт магистральных газопроводов в карстовой зоне. Уфа, 1999 (авторҙ.); Расчёт и обеспечение прочности трубопроводов в сложных инженерно-геологических условиях: в 2 т. М., 2005—2006 (авторҙ.); Численное моделирование напряжённо-деформированного состояния и устойчивости трубопроводов и резервуаров в осложнённых условиях эксплуатации. СПб., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика