ЗӘЙНӘШЕВ Нәҙим Карам улы [29.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Варзитамаҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны)] инженер‑электрик, иҡтисадсы. Техник (1970) һәм иҡтисад ф. д‑ры (2000), проф. (1977). РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1990) атҡ. фән эшмәкәре. А.Ф.Можайский ис. Ленинград Ҡыҙыл байраҡлы хәрби‑һауа инженерҙар акад. тамамлағандан һуң (1957) Хәрби диңгеҙ флотының Ҡорал ин‑тында (Ленинград), 1961 й. алып А.Ф.Можайский ис. Хәрби инженерҙар акад. (1967 й. алып ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе) эшләй. 1973 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла: ғәмәли математика һәм ышаныслылыҡ теорияһы каф. мөдире, 1976—80 йй. — техник кибернетика, 1984 й. алып авиация производствоһын ойоштороу һәм планлаштырыу, 1987 й. — иҡтисад һәм производствоға идара итеү, 2002—07 йй. — финанс һәм иҡтисади анализ каф. мөдире. 1978—84 йй. — Граждандар авиацияһы акад. (Ленинград) осоу эше һәм производствоға идара итеү каф. етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре йыһан аппараттары м‑н идара итеү системаларының ышаныслылыҡ теорияһына, иҡтисади объекттар м‑н идара итеү системаһы синтезына, идара итеү производствоһы һөҙөмтәлелегенең иҡтисади‑математик моделдәрен эшләүгә арналған. З. техник һәм иҡтисади объекттарҙың торошо үҙгәреүҙе индивидуаль прогнозлау алымдарын, деградацияға дусар булған машиналар эшләү пр‑тиеларының иҡтисади күрһәткестәре динамикаһының тигеҙләмәһен таба. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиакосмик сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проектирование систем автоматического управления газотурбинных двигателей: нормальные и нештатные режимы. Л., 1981 (авторҙ.); Производственный менеджмент: экономико‑математические модели. М., 2006.

Ө.Ғ.Зиннуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика