ЕРЛӘҮ ЙОЛАЛАРЫ, мәйетте һаҡлау, йыйыу, оҙатыу, ерләү һәм иҫкә алыуға бәйле традицион йолалар комплексы. Йәндең үлгәндән һуң да йәшәүе т‑дағы төшөнсәләргә нигеҙләнгән (ҡара: Ата-бабалар культы). Е.й. үтәү мәрхүмдең теге донъяға күсеүен еңеләйтә, тип иҫәпләнгән. Е.й. общинаның мәҙәни һәм көнкүреш традицияларын, әхлаҡи-этик (ҡара: Этика, Әхлаҡ) идеяларын һәм ҡиммәттәрен сағылдыра. Башҡорттар, исламды ҡабул иткәс, Е.й. мосолман ҡанундары б‑са үткәрә башлай, шуның м‑н бергә уларҙа исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле элементтар һаҡланып ҡалған. Е.й. доғалар уҡыу, мөнәжәттәр, һыҡтау (ҡара: Ғаилә-көнкүреш йола поэзияһы) м‑н бергә барған. Мәрхүмде шул уҡ көндө йәки икенсе көндө төш ваҡытынан да һуңға ҡалмай ерләгәндәр. Ерләгәнгә тиклем мәйет янында кешеләр ултырған, улар Ҡөрьәндән йыназа уҡыған. Мәрхүмде һикегә йәки эскәмйәгә һуҙып, башын Ҡәғбәғә ҡаратып һалғандар, күкрәгенә ҡайсы йәки бысаҡ, ҡайһы саҡта Ҡөрьән ҡуйғандар. Ерләү көнөндә мәйетте йола б‑са йыуғандар (тәһәрәт) һәм һулдан уңға өс ҡат итеп кәфенгә төргәндәр, артабан кәфенде баш осонан, бил һәм тубыҡ тәңгәленән билбау м‑н бәйләп, мәрхүмде ҡабыҡҡа һалғандар. Ҡалған туҡыма киҫәктәренән бетеү теккәндәр. Ирҙәрҙең ерләү кейеменә — сәллә, ҡатын-ҡыҙҙыҡына яулыҡ һәм түшелдерек өҫтәлгән.

Мәйетте йорттан аяғы м‑н алға ҡаратып сығарғандар һәм мәйет ағасына (йыназа ағасы) һалғандар. Уның йәне өсөн 40 көн буйына доға уҡырға тейеш кешегә (йышыраҡ муллаға) гүр саҙаҡаһы (гүр хәйере) итеп һарыҡ йәки кәзә, ҡалғандарға аҡса, яулыҡ һ.б. биргәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарға мәрхүмде зыярат ҡапҡаһына тиклем генә оҙатыу рөхсәт ителгән. Доғаларҙы мәйетте өйҙән сығарыр алдынан, зыяратҡа тиклем 40 аҙым ҡалғас (йыназа намаҙы) һәм ерләү алдынан уҡығандар. Ҡәберҙе ерләгән көндө әҙерләгәндәр, көньяҡ стенаһында бейеклеге һәм киңлеге яҡынса 60—70 см булған ләхет эшләгәндәр, мәйетте шунда салҡан килеш йәки уң ҡабырғаһына йөҙө м‑н Ҡәғбәғә ҡаратып һалғандар, артабан таҡта, кәҫ йәки ҡабыҡ м‑н ҡаплағандар. Мулла беренсе булып бер ус тупраҡ ташлаған; ҡәбер күмелгәндән һуң Ҡөрьәндең 67‑се сүрәһен уҡыған. Ҡәбер тирәләй таш өйгәндәр, бура йәки таш плита ҡуйғандар, плитаға тамға төшөргәндәр йәки мәрхүмдең исемен, тыуған һәм үлгән йылдарын, Ҡөрьәндән хикмәтле һүҙҙәр яҙғандар. Ерләү өсөн ғаилә биләмәләре осраған, унда 2—3 ҡәбер дөйөм ағас бура йәки таш түшәмәһе м‑н уратып алынған. 3‑сө (өсө), 7‑се (етеһе), 40‑сы (ҡырҡы) көнгә һәм бер йылдан һуң (йыллыҡ) иҫкә алыу үткәрелгән; был ғөрөф-ғәҙәтте боҙоу яҡындарына бәләҡаза, ауырыу йәки үлем алып килеүе мөмкин, тип һаналған. Иҫкә алыуға туң майҙа йоҡа йәймә, һөтлө бойҙай бутҡаһы, бишбармаҡ, бәлеш һәм башҡа башҡорт аш-һыуын бешергәндәр. Мәрхүмдәргә бағышланған доғаларҙы кесаҙна йәки йома көндө, һабантуй алдынан һәм мосолман байрамдары ваҡытында уҡығандар.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика