ДАЛЬ Владимир Иванович (10.11.1801, Новороссийск губ. Лугань а. — 22.9.1872, Мәскәү), урыҫ яҙыусыһы, лексикограф, этнограф. Император С.‑Петербург ФА‑ның тәбиғәт ф. бүлеге б‑са мөхбир ағзаһы (1838), урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлеге б‑са почётлы ағза (1863). Действительный статский советник (1858). Дворяндарҙан. 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1839—40 йй. Хиуа походында ҡатнаша. Дерпт ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1829). 1819—25 йй. рус хәрби‑диңгеҙ флотында. 1833 й. алып Ырымбур ген.‑губернаторы В.А.Перовский, 1841 й. — уделдар министры урынбаҫары, эске эштәр министры эргәһендә махсус эштәр чиновнигы; 1843 й. — ЭЭМ‑дың Махсус канцелярияһы мөдире, 1849 й. — Түб. Новгород удел контораһы идарасыһы, 1859 й. башлап Уделдар департаментында хеҙмәт итә. 1861 й. алып отставкала. 1833 й. сент. А.С.Пушкинды Ырымбур губернаһының Е.И.Пугачёвҡа бәйле урындарына сәфәрендә оҙатып йөрөй. Д. Ырымбур крайында башҡорт, ҡаҙаҡ, урыҫ һ.б. халыҡтарҙың фольклоры, этнографияһы б‑са йыйған материалдары “Бүре һунары” (“Охота на волков”; 30‑сы йй.), “Башҡорт һыуһылыуы” (“Башкирская русалка”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын әҙәби эшкәртеү; 1843), “Майна” (1846), “Ҡурҡыу” (“Обмиранье”; 1861), “Башҡорттар. Этнографик очерк, башҡорттарҙы һәм уларҙың йәшәү рәүешен тасуирлау” (“Башкиры. Этнографический очерк, описание башкирцев и их образа жизни”; 1862) һ.б. әҫәрҙәренең нигеҙен тәшкил итә. “Ҡымыҙ тураһында” мәҡәләһендә (1843) ҡымыҙ әҙерләү процесы һәм уның файҙалы үҙенсәлектәре т‑да бәйән ителә. Башҡ. кантондары һәм башҡорттарҙың а.х. тасуирламаһын төҙөй (1848 й. автор тарафынан юҡ ителә). Д. флора һәм фауна коллекцияһын йыя, ул Ырымбур зоология музейын (хәҙ. Ырымбур өлкә тарихи‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы) ойоштороу, зоология (1847) һәм ботаника (1849) китаптары яҙыу өсөн нигеҙ була. “Урыҫ халыҡ мәҡәлдәре” (“Пословицы русского народа”; 1862) йыйынтығында 30 меңдән ашыу мәҡәл, әйтем, таҡмаза баҫтыра. Урыҫ теленең лексикографияһы һәм лексикологияһы үҫешендә мөһим ваҡиға булған “Йәнле урыҫ теленең аңлатмалы һүҙлеге” (“Толковый словарь живого великорусского языка”; 4 томда, 1863—1866) авторы. Һүҙлектең нигеҙен 19 б. һөйләү һәм яҙма әҙәби тел, ерле үҙгәрештәре м‑н халыҡ теле лексикаһы тәшкил итә; китапта көньяҡ Урал урыҫтарының лексикаһы һәм төрки телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр киң урын ала. Рус география йәмғиәтенең (1847), Мәскәү ун‑ты эргәһендәге урыҫ телен һөйөүселәр йәмғиәтенең (1859) тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Ломоносов пр. (Император С.‑Петербург ФА), Геймбюргер ис. пр. (Дерпт ун‑ты, 1870) лауреаты. 4‑се дәрәжә Изге Георгий орд. (1831), Рус география йәмғиәтенең Алтын Константин миҙалы (1861) м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Башкирские песни //Известия общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете. Казань, 1896. Т.13. Вып.5; Полное собрание сочинений.: в 10 т. СПб., 1897—1898; Повести и рассказы. Уфа, 1981; Оренбургский край в художественных произведениях писателя. Оренбург, 2001.

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Даль как интерпретатор башкирского фольклора //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1980; Чванов М. “Примите справедливого Даля!...” //Корни и крона. Уфа, 1991; Неизвестный Владимир Иванович Даль. Оренбург, 2002; Матвиевская Г.П., Зубова И.К. Владимир Иванович Даль в Оренбурге. Оренбург, 2007.

И.В.Күсемов, М.Ғ.Муллағолов, З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018