ГӘРӘ, гәрәле, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-Г., урман-Г. Тамғалары _ :_ . Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. “Гәрә” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә һ.б. билдәле. Г. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар, ш. уҡ ҡыпсаҡ башҡ. ҡәбиләһе араһында булыуы йоғонто яһай. 12—13 бб. ҡәбилә Ағиҙел й. түбәнге ағымында урынлаша. 14—15 бб. аҙ. ҡәбиләнең бер өлөшө Беүә һәм Тере Танып йй. араһына күсенә, унда байлар, бүләр, ирәкте, йылан, йәнәй, ҡырғыҙ, таҙ, уран, ыуаныш ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Гәрәй улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 273 йорт була. 18—19 бб. аҙ. Г. йәшәгән терр‑я — Бөрө өйәҙенә һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (10‑cы, 11‑се) һәм 11‑се (12‑се) башҡ. кантондарына (1798—1854) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл р‑ндарына, ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑нына инә.

Әҙәб.: Янғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары. Өфө, 1998.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика