ГЕОРГИ Иван Иванович (ысын исеме Иоганн Готлиб; 31.12.1729, Померания — 27.10.1802, С.-Петербург), сәйәхәтсе, этнограф, натуралист. Фәндәр һәм сәнғәт академияһы акад. (С.-Петербург, 1783). Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй халыҡтары т-да беренсе дөйөмләштерелгән хеҙмәт авторы. Г. башҡорттарҙың йолаларын һәм традицияларын, башҡорт йәйләүҙәренең һәм ауылдарының төҙөлөшөн, традицион шөғөлдәрен (тире иләү, тиренән өй кәрәк‑ярағы эшләү, кейеҙ баҫыу, иләү, туҡыусылыҡ), башҡорт кейемен (уның тасуирламалары б-са тәүге иллюстрациялар яһалған) һүрәтләй. Ул башҡорттарҙың хужалығында малсылыҡ һәм солоҡсолоҡтоң өҫтөнлөклө ролен билдәләй.

Хеҙм.: Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей: в 3 ч. СПб., 1776—1777; Описание всех обитающих в Российском государстве народов. СПб., 2005.

В.В.Сидоров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика