ГЕНЕАЛОГИЯ (гр. genealogia — шәжәрә), айырым ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен өйрәнеү, ғаилә, туғанлыҡ бәйләнештәрен билдәләү, ш. уҡ шәжәрәләр төҙөү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарих фәне. Археография, биографика, геральдика, ономастика, палеография, сфрагистика, сығанаҡтар өйрәнеү, этнология м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Башҡорттарҙың Г. б‑са иң тәүге мәғлүмәттәр башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыларында — эпостарҙа, риүәйәттәрҙә, легендаларҙа һ.б. килтерелә. Уларҙа идара итеүсе династиялар, билдәле юлбашсылар т‑да, ш. уҡ айырым башҡ. ҡәбиләләре, ырыуҙары, ырыу бүленештәре тарихы б‑са генеалогик мәғлүмәттәр табып була. “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосында бөрйән һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләләре юлбашсылары, ш. иҫ. Мәсем хан һәм Бабсаҡ бей, т‑да мәғлүмәттәр килтерелә, улар “Ҡарағайҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” мәғлүмәттәре м‑н дә раҫлана; “Байыҡ сәсән” риүәйәтендә Байыҡ Айҙарҙың шәжәрәһе бирелә. Башҡ. бейҙәре, кенәздәре, мырҙалары, тархандары, хандары, дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ), алтын, урман һәм мәғдән сәнәғәтселәре, старосталар, старшиналар, кантон башлыҡтары т‑дағы иң ҡиммәтле мәғлүмәттәр шәжәрәләрҙә, ревизиялар һәм халыҡ иҫәбен алыу материалдарында, нәҫел тарихы китаптарында һәм башҡа тарихи сығанаҡтарҙа тупланған. Башҡ. тархандары тарихы б‑са материалдар тәү башлап — В.В. ВельяминовЗерновтың “Башҡорттарға урыҫ батшалары биргән тарханлыҡты өйрәнеү өсөн сығанаҡтар” (“Источникидля изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями”; 1864) хеҙмәтендә, Өфө дворяндары т‑дағылары В.А.Новиковтың “Өфө дворяндары тарихы өсөн материалдар йыйынтығы”нда (“Сборник материалов для истории уфимского дворянства”; 1879) баҫыла. Башҡорттарҙың Г. б‑са сығанаҡтарҙы йыйыу һәм баҫтырыу эше 20 б. дауам итә. 1971 й. Н.Ф.Демидова Өфө хеҙмәтле кешеләренең тәүге нәҫелдәрен өйрәнеү өсөн мөһим сығанаҡ булған “Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе” (“Отводная книга по Уфе”; 1951/92— 1629 йй.) тексын баҫтыра; 1960 й. Р.Ғ.Кузеев башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының 25 шәжәрәһен туплаған “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”) йыйынтығын нәшер итә. Башҡ. шәжәрәләрен баҫтырыу б‑са Кузеевтың эшен дауам итеп, Р.М.Болғаҡов һәм М.Х.Нәҙерғолов 27 шәжәрә ингән “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 2002) йыйынтығын әҙерләй. Социаль структура һәм ғаиләниках мөнәсәбәттәренә, шәхси исемдәр системаһына бәйләнештә ҡәрҙәшлек терминологияһы Н.В.Бикбулатов тарафынан “Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһы” (“Башкирская система родства”; 1981), “Башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше. XIX—XX бб.” (“Семейный быт башкир. XIX—XX вв.”; 1991) хеҙмәттәрендә ҡарала. Ә.З.Әсфәндиәров “XVIII— XIX б. 1‑се яртыһында башҡорттарҙа ғаилә һәм никах” (“Семья и брак у башкир в XVIII — первой половине XIX в.”; 1989) хеҙмәтендә ғаилә үҫеше мәсьәләләрен, никах һәм айырылышыу формаларын, ғаилә ағзаларының мөлкәт хоҡуҡтарын һ.б. мәсьәләләрҙе ҡарап, айырым башҡ. ырыуҙары тарихы б‑са материалдар килтерә; “Олатайҙарҙың бар тарихы...” (1996; 2005 й. ҡабаттан баҫыла) китабында ул билдәле башҡ. ырыуҙары тарихын тикшерә, улар араһында Аҡмулла, Ш.Бабич, Ғ. Соҡорой, Ҡасҡын Һамаров, Кинйә Арыҫланов, Туҡтамыш Ишбулатов һ.б. шәжәрәләре бар. “Башҡорт тархандары” (“Башкирские тарханы”; 2006) хеҙмәтендә Әсфәндиәров тарафынан башҡ. тарханлығы ин‑тының үҫеше өйрәнелә, ш. иҫ. айырым тархан ырыуҙарының шәжәрәләре, Алдар Иҫәкәев (ҡара: Алдар), Таймаҫ Шәимов, Әлебай Мырҙағолов ырыуҙары тарихы бирелә; уның “Башҡортостан ауылдары тарихы” (“История сёл и деревень Башкортостана”; 4—6‑сы китаптар; 1993—1995; 1‑се, 2—3‑сө, 7‑се, 9‑сы китаптар; 1997—2001) йыйынтығында, ш. уҡ авторҙашлыҡта яҙылған “Пермь һәм Свердловск өлкәләренең башҡорт ауылдары тарихы” (“История башкирских сёл Пермской и Свердловской областей”; 8‑се китап; 1999) һәм “Рәсәй Федерацияһының Һарытау һәм Һамар өлкәләре башҡорт ауылдары тарихы” (“История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей Российской Федерации”; 10‑сы китап; 2002) йыйынтыҡтарында ревизиялар, халыҡ иҫәбен алыу һ.б. материалдар нигеҙендә төҙөлгән билдәле башҡ. ырыуҙарының Г. б‑са күп мәғлүмәт килтерелә. Р.З.Йәнғужин “XVIII— XIX бб. башҡорт халҡының хужалығы һәм социаль структураһы” (Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII—XIX вв”; 1998) хеҙмәтендә башҡ. дворянлығының формалашыу мәсьәләләрен тикшерә, Ырымбур губернаһы дворяндарының нәҫел тарихы китабына индерелгән тәүге башҡ. ырыуҙары т‑да мәғлүмәттәр бирә. Б.Ә.Аҙнабаевтың “XVI б. аҙағында — XVIII б. башында Өфө дворянлығы (ер биләү, социаль состав, хеҙмәт)” [“Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв. (землевладение, социальный состав, служба)”; 1999] хеҙмәте Өфөләге иң эре дворян нәҫелдәренең формалашыуына арналған. Н.М.Ҡолбахтиндың “XVIII б. Башҡортостандың тау сәнәғәте” (Горно‑заводская промышленность Башкортостана в XVIII веке”; 2000), Р.З. Мөҙәрисовтың “XIX б. тәүге яртыһында (1801—1861) Көньяҡ Урал сәнәғәте” [“Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801— 1861)”; 2003] һ.б. хеҙмәттәрендә сәнәғәтселәрҙең иң ҙур династиялары т‑да мәғлүмәттәр бар. И.Ғ.Аҡмановтың “XVII б. — XVIII б. башында башҡорт ихтилалдары” (“Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв.”; 1993), И.М.Гвоздикованың “Башҡортостан Е.И.Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан һәм уның барышында” (“Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва”; 1999), С.У.Таймаҫовтың “Башҡортостанда 1773—1774 йй. ихтилал” (“Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане”; 2000), Ҡолбахтиндың “1773—1775 йй. Крәҫтиәндәр һуғышының башҡорт юлбашсылары” (“Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 гг.”; 1‑се киҫәк; 2005) һ.б. хеҙмәттәрендә башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), Крәҫтиәндәр һуғышының (1773—75) күренекле юлбашсыларының сығышы, туғанлыҡ бәйләнештәре т‑да материалдар тупланған. Байтаҡ хеҙмәттәрҙә тарихи портреттар бирелә, улар араһында Гвоздикованың “Салауат Юлаев: документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү” (“Салават Юлаев: исследование документальных источников”; 2004), Ф.Н.Байышевтың “Риза Фәхретдиновтың ижтимағи‑сәйәси һәм әхлаҡи-этик ҡараштары” (1996), Р.Шәкүрҙең “Арҙаҡлы башҡорттар: ғилми‑биографик очерктар” (1998), Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Ризаитдин бин Фәхретдин: тарихи‑биографик китап” (1997), “Батырша: тарихи‑биографик китап” (2005) һ.б. күп хеҙмәттәр бар. 90‑сы йй. уртаһынан респ. Ә.Ә.Вәлидовтың ижт.-сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлегенә арналған байтаҡ китаптар сыға, уларҙа Вәлидовтар нәҫеле тарихы мәсьәләләре лә күтәрелә, улар араһында Ә.М.Юлдашбаевтың “Билдәле һәм билдәһеҙ Зәки Вәлиди (үҙ замандаштары хәтерендә)” [“Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников)”; 2000], Ә.Ғ.Сәлиховтың “Ә.Вәлидовтың Рәсәйҙә фәнни эшмәкәрлеге” (“Научная деятельность А.Валидова в России”; 2001) хеҙмәттәрен атап үтергә була. Рәсәйҙә нәшер ителгән аҙ һанлы персональ энциклопедиялар иҫәбенә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының авторҙар коллективы тарафынан әҙерләнгән башҡ. халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған энциклопедияны индерергә мөмкин. Г.Ф.Гудков һәм З.И.Гудкова (ҡара: Гудковтар) күп йылдар дауамында Аксаковтар нәҫеле тарихын өйрәнә. З.И.Гудкованың “Көньяҡ Урал эшҡыуарҙары” (“Предприниматели Южного Урала”; 2003), М.Ш.Мәмлиев, Р.Ф.Мәмлиевтең “Ҡарғалы тамырҙары” (“Каргалинские корни”; 2003) һ.б. тыуған яҡты өйрәнеүселәр (ҡара: Тыуған яҡты өйрәнеү) хеҙмәттәрендә айырым нәҫелдәрҙең тарихы яҡтыртыла. Һуңғы йылдарҙа БР‑ҙың айырым торама пункттары тарихы б‑са байтаҡ хеҙмәттәр баҫыла, уларҙағы бай фактик материалда халыҡтың үҫеше, билдәле ырыуҙарҙың тарихы күрһәтелә: Б.С.Дәүләтбаевтың “Оло Аҡа. Ауылым тарихы” (“Большая Ока. История села”; 1992), А.Е.Ртищевтың “Тыуған яғымдың ере” (“Земля моей Родины”; 2005) һ.б. БР‑ҙа 2006 й. алып генеалогик эҙләнеүҙәр респ. үткәрелгән “Шәжәрә байрамы” (райондың, ауылдың, ҡаланың) нигеҙенә һалынған.

Р.Н.Рәхимов

 Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика