ЕРҘЕ БЕРГӘЛӘП ЭШКӘРТЕҮ ШИРҠӘТЕ, ерҙе уртаҡ файҙаланыуҙы һәм етештереү сараларына шәхси милекте һаҡлап ҡалыу шарты м‑н уның ағзалары хеҙмәтен дөйөмләштереүҙе күҙ уңында тотҡан а.х. производство кооперацияһының иң ябай формаһы; коллектив хужалыҡ формаһы. Е.б.э.ш. ширҡәт ағзаларының дөйөм аҡсаһына алынған машиналар һәм ҡорамалдар йәмғиәт милкенә әүерелгән. Килем башҡарылған эшкә, етештереү сараларының, ҡайһы осраҡта ғаилә ағзаларының һанына ҡарап бүленгән. Өфө губернаһында тәүге Е.б.э.ш. 1921 й. барлыҡҡа килә, айырыуса коллективлаштырыу алдынан киң тарала. 1929 й. БАССР‑ҙа 1221 Е.б.э.ш. иҫәпләнә. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында а.х. артелдәренә үҙгәртелә

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика