ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ, тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са үҙ‑ара бәйле ойоштороу, агротехник, урман‑мелиорация, гидротехник саралар комплексын ҡулланыуға нигеҙләнгән игенселек системаһы. БР‑ҙа һәр ауыл хужалығы зонаһы өсөн эшләнә. Һыу эрозияһына дусар булған тау‑урман зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ урман‑дала зонаһында ауышлығы 5°күберәк булған ерҙәрҙә тупраҡ һаҡлаусы сәсеү әйләнештәре индерелә. Баҫыу сәсеү әйләнештәрендә тотош сәсеү культураларының, аралыҡлы культураларҙың һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең тәҡдим ителгән сағыштырма ауырлығын иҫәпкә алалар. Һөҙәк ерҙәрҙә ер эшкәртеү битләүҙең тик арҡырыһына һыртлы йөҙөн һаҡлап үткәрелә. Был яҙын һыу ағыуын, эрозия процестарын кәметә. Ел эрозияһына дусар булған Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында баҫыу һаҡлаусы урман һыҙаттары булдыралар, уларҙы өҫтөнлөк иткән елдәр йүнәлешенә арҡыры 300—400 м арала ултырталар; таҙа пар баҫыуҙары сәсеү әйләнешендә кулисалы (көнбағыш, шипкән һ.б.) булырға тейеш; тупраҡты, өҫтөндә ҡамыл ҡалдырып, яҫы төрән м‑н һәм кәҫен әйләндермәй (ҡара: Тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү) эшкәртәләр, был ҡышын ҡарҙың күберәк йыйылыуына, тупраҡтың әҙерәк туңыуына һәм яҙын яҡшыраҡ дымланыуына (ҡара: Ҡар тотоу) булышлыҡ итә. Тупраҡты яҫы төрән м‑н һәм кәҫен әйләндермәй эшкәртеү сәсеүлектәрҙең нығыраҡ ҡыйланыуына һәм тупраҡта нитратлы азоттың кәмеүенә килтерә, шуға күрә гербицидтар һәм азотлы ашламалар индерәләр. Көньяҡ урман-дала зонаһында тупраҡты һыуҙан һәм ел эрозияһынан һаҡлау алымдарын ҡулланалар. 20 б. 90‑сы йй. алып И.т.һ.с. бөтә а.х. зоналары хужалыҡтарында киң ҡулланыла. И.т.һ.с. фәнни өйрәнеү Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында (Д.Ю.Кириллова, Г.Н.Лысак һ.б.), Бөрө тәжрибә-производство хужалығында (Х.Ф.Әхмәров), Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында (Ю.П.Моряков), Ауыл хужалығы институтында (В.А.Кантюков, М.Ғ.Сираев һ.б.), Фёдоровка р‑нының “Пугачёв” с‑зында (Л.И.Сәлишев) һ.б. үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Игенселек.

Әҙәб.: Почвозащитная система земледелия /Н.Р.Бахтизин [и др.] Уфа, 1987; Сираев М.Г. Наука и практика землепашцев. Уфа, 2008.

М.Ғ.Сираев, Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.