ГОРЬКИЙ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ТОҠОМСОЛОҠ ЗАВОДЫ, ААЙ. Бәләбәй р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — М.Горький ис. тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы. Бестужев тоҡомло һыйыр малы, эре аҡ тоҡомло сусҡа, урыҫ йөк тоҡомло йылҡы үрсетеүгә махсуслаша. Составында һөт етештереү һәм эшкәртеү, йәш һыйыр малы һимертеү, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ фермалары, үҫемлекселек цехы, тирмән һ.б. бар. 2009 й. 158 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 6472 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 5137 га тәшкил иткән. Иген культураларының уңдырышлылығы — 21,0 ц/га; 4488 т иген етештерелгән. Һыйыр малы — 981 баш (ш. иҫ. 400 һыйыр), йылҡы — 215 (56 бейә); бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4338 кг, бейәнән — 760 кг; 216,1 т һөт (ш. иҫ. 42,6 т бейә һөтө), 38,7 т ит етештерелгән. Респ. хужалыҡтарына 67 баш тоҡомло һыйыр малы һатылған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1932 й. Краснознаменка с‑зы бүлексәһе нигеҙендә М.Горький ис. с‑з булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып тоҡомсолоҡ совхозы, 1962 й. — тоҡомсолоҡ заводы, 1997 й. — дәүләт тоҡомсолоҡ заводы, 2001 й. — “М.Горький ис. тоҡомсолоҡ заводы” ФДУП‑ы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд., СССР ВДНХ‑ның көмөш миҙалдары (1970, 1972) м‑н бүләкләнгән. Тоҡомло малсылыҡ б‑са Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (1998), бөтә Рәсәй һәм респ. күргәҙмәләрендә дипломдар м‑н бүләкләнгән (2000, 2009).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика