ИШМОРАТОВ Хәләф Ғәбделхәй улы (19.8.1957, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Бүреҡаҙған а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зында баш зоотехник. 1987 й. алып бригадир, 1988 й. — баш зоотехник, 1996 й. — В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ филиалы Киров болон‑һаҙ тәжрибә ст. (Лобня ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑р. 1997—98 йй. “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Мир” агрохужалығында (Благовещен р‑ны) дир. урынбаҫары, 1998 й. июненән БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. окт. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын күтәреү өсөн юғары протеинлы мал аҙыҡтарын һәм балансланған биологик актив матдәләрҙе әҙерләүҙең энергия һаҡлаусы технологияларын эшләүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Смешанные и одновидовые посевы кормовых культур в решении проблемы белка на этапах биогеоценоза: корм—животное—продукция. Уфа, 2006 (авторҙ.); Наука и технологии силосования с внесением жидких биохимконсервантов. Эффективность использования полученных кормов в рационах жвачных животных. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке