ИШЕМЙӘРОВ Айрат Шәрифҡол улы (10.11.1937, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Абҙан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. канд. (1966), проф. (1997). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1964 й. тиклем Стәрлетамаҡ тәжрибә‑производство хужалығында эшләй. 1966—2002 йй. (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 1970 й. алып ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, 1984—89 йй. игенселек һәм тупраҡ ғилеме каф. мөдире. 1968—70 йй. Мәсетле тәжрибә‑производство хужалығында лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, уңдырышлылығын тергеҙеү б‑са зональ системаларын әҙерләү һәм ер кадастрын алып барыу мәсьәләләренә арналған. И. биоэнергетик берәмектәрҙе ҡулланып, БР ерҙәрен кадастрлы баһалағанда ҡулланылған тупраҡты бонитировкалау методикаһын эшләй. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Качественная оценка земель. Ульяновск, 1985; Почвы Южного Урала и их рациональное использование. Ульяновск, 1987 (авторҙ.); Зональная система воспроизводства плодородия почв. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке