ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы [13.8.1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 29.6.1992, ш. уҡ райондың Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: 1942 й. тиклем “Салауат батыр” к‑зында, 1945 й. башлап “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1954—85 йй. “Урал” с‑здарында (1949—82 йй. механизатор). Иген культураларын үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: уңдырышлылыҡ 32,7 ц/га (1973) тәшкил иткән. СССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1957, 1973), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Каплин В. Земля — его радость //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018