“ИНТЕРНАЦИОНАЛ”, ЯСЙ. Ишембай р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ишәй ауылы. Составына үҫемлекселек бригадаһы, ит йүнәлешле һыйыр малы фермаһы инә. 2011 й. 53 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3249 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 218 га. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары — 32,1, судан үләне (орлоҡтары) — 22, люцерна — 2, ваҡ күстерә — 2. Эре мөгөҙлө малдар — 635 баш, ш. иҫ. һыйырҙар — 110; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5500 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 840 г; 605 т һөт етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1932 й. “И.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып КХА, 2000 й. — АХПК, 2008 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.