ИЛЬИН Сергей Семёнович (17.3.1905, Ҡазан губ. Сөнчәләй а. — 1978, Ярославль ҡ.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1952), проф. (1952). Ҡазан а.х. һәм урмансылыҡ ин‑тын тамамлаған (1930). 1957—62 йй. БДУ‑ның ботаника каф. мөдире, 1966—70 йй. Биология ин‑тының (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡта серетмә тупланыуҙа, көньяҡ урмандала зонаһының сәсеү әйләнештәрендә тупраҡтың уңдырышлылығын һәм а.х. культураларының уңыш биреүсәнлеген күтәреүҙә ашламаларҙың һәм үҫемлек ҡалдыҡтарының йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. 115 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Удобрение полевых культур. Казань, 1940; Травопольная система земледелия. Ульяновск, 1953.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке