ИЗУМРУДНАЯ, судан үләне сорты. 1986 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИЗиС) тарафынан ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағы төҙ, цилиндр рәүешендә, бейеклеге 2,0 м тиклем. Япраҡлылығы 75—86%. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12,5—14,0 г. Иртә өлгөрөүсән, һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт. Вегетация осоро 82—88 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 300, бесән — 60, орлоҡ — 21; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 9,2% сей протеин, 36,6% күҙ әнәклек бар (Шишмә тәжрибә-производство хужалығы, 1991—95). Ҡаҙаҡ ССР‑ы б‑са 1986 й. ҡулланылышҡа индерелгән.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018