ИВАНОВ Евгений Григорьевич (26.11.1934, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Семёновка а. — 29.9.2016, Нефтекама ҡ., БР-ҙың Краснокама р-ны Николо-Берёзовка а. ерләнгән), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка" (Дүртөйлө р-ны Әңгәсәк а.) тресы моторисы. 1959—96 йй. “Башнефтепромстрой" (Нефтекама ҡ.) тресында: монтажсылар бригадиры, 1974 й. алып слесарь, 1978 й. — мастер, 1980 й. — уҡыу комб-тының өлкән мастеры, 1985 й. — хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы б‑са инженер. БАССР ЮС‑ының 8-се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе" (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Иванов Е.Г. //Герои труда. Уфа, 2011

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.