“АЗАТЛЫК” Башҡортостан Республикаһының татар йәштәре союзы, татар йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: татар телен, татар халҡының милли традицияларын, тарихын һәм әҙәбиәтен өйрәнеү; балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең ялын һәм ижади эшмәкәрлеген ойоштороу; балиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм тәртип боҙоуҙарын иҫкәртеү һ.б. “А.” ҡатнашлығында “Наурыҙ гүҙәле” (1992 й. алып), татар йырҙарын йәш башҡарыусыларҙың “Туған тел” (1994 й. башлап) респ. конкурстары; Татар йәштәре көндәре (1992 й. алып) һ.б. үтә.

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.