ЕРМОЛАЕВ Алексей Константинович (7.3.1905, Стәрлетамаҡ ҡ. — 4.11.1971, Великие Луки ҡ.), дәүләт эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (1961), проф. (1962). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1934) 1935 й. тиклем һәм 1937— 39 йй. БАССР Игенселек ХК‑ның Малс‑ҡ идаралығында эшләй: Өфө район ер бүлеге мөдире урынбаҫары, 1937 й. алып Идаралыҡ нач., бер үк ваҡытта баш зоотехник. 1935—37 йй. Башҡ‑н тоҡомло һыйыр малы үрсеткесе директоры. 1939—45 йй. БАССРҙың игенселек халыҡ комиссары, 1947 й. башлап БАССР МС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1945—47 йй. Һарытау а.х. һәм мелиорация ин‑ты, 1951—54 йй. БАХИ дир., 1955 й. алып Сәмәрҡәнд а.х. ин‑тының дир. урынбаҫары; 1958 й. башлап Великие Луки а.х. ин‑тында (1959—68 йй. ректор). Фәнни хеҙмәттәре һыйыр малының бестужев тоҡомон, сычёв, ҡара-сыбар тоҡомон үрсетеү һәм селекциялау мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РСФСР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. 1975 й. Великие Луки ҡ. Е. музейы асылған.

Хеҙм.: Бестужевский скот Башкирии. Уфа, 1950; Повышение жирномолочности коров в Башкирии. Киев, 1960.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика