ҒИРФАНОВ Вәкил Кәли улы [25.1.1909, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 10.5.1980, Өфө], агробиолог, йәмәғәт эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (1965), проф. (1967). РСФСР‑ҙың (1969) һәм БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1933) Башҡ‑н а.х. соц. үҙгәртеп ҡороу ҒТИ‑ның, 1935 й. алып Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре; 1938—42 йй. Башҡ‑н ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1946 й. алып бүлек мөдире. 1952 й. башлап Биология ин‑тында эшләй: 1955 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1961—80 йй. дир., бер үк ваҡытта 1957—1960 йй. СССР ФА БФ Президиумының рәйес урынбаҫары, 1975—79 йй. БАССР ЮС‑ы рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. культураларының һыу режимын, туҡланыуын, иген культураларының, шәкәр сөгөлдөрөнөң биохимик составын, физиол. үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ғ. республиканың бөтә ауыл хужалығы зоналарында минераль ашламалар индереүҙең локаль ысулын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген нигеҙләй. 190‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 7‑се, БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. БР ФА уның исемендәге премия булдырған (1998).

Хеҙм.: Яровая пшеница в Башкирии. Уфа, 1965; Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. М., 1975 (авторҙ.).

Э.Ғ.Әшимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика