ҒӘҘИЕВ Ринат Рауил улы (20.10. 1955, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтер-Арыҫлан а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй: 1992 й. алып малс‑ҡ продукттарын етештереү һәм яңынан эшкәртеү технологиялары ф‑ты деканы, 2010— 11 йй. фән һәм инновацион эш б‑са проректор, 2012 й. алып БНИИСХ-ла бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. ҡоштарын үҫтереү һәм аҫрау технологияһына, сәнәғәт ҡошсолоғонда мал аҙығы өҫтәмәләрен (биотрин, сапропель, сүпрә бәшмәге һ.б.), фитопрепараттар (эраконд һ.б.) ҡулланыуға арналған. Ғ. аҡ венгр тоҡомло ҡаҙҙарҙың продуктлылығын һәм уларҙың БР климатына яраҡлашыу үҙенсәлектәрен өйрәнә; ҡоштарға ветеринария препараттарын индереү ысулдары б‑са тәҡдимдәр эшләй, тере ҡоштарҙы күсереп йөрөтөү өсөн ҡулайлама уйлап таба, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Резервы промышленного птицеводства России. Сергиев Посад—Уфа, 2002; Использование нетрадиционных белковых кормов и биологически активных веществ в животноводстве и птицеводстве. Уфа, 2006 (авторҙ.); Венгерская технология гусей. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика