ИСТОКИ” (“Сығанаҡтар”), респ. мәғлүмәт‑публицистика гәзите. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың Яҙыусылар союзы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1991 й. алып нәшер ителә. Тиражы — 5 мең дананан ашыу (2011). Гәзит биттәрендә әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәттең һ.б. көнүҙәк мәсьәләләре яҡтыртыла, БР яҙыусыларының әҙәби әҫәрҙәре, ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. проблемалар б‑са мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Ҡараш”, “Ауырыма”, “Эштәр һәм кешеләр”, “Вернисаж”, “Ваҡиғалар”, “Матурлыҡ донъяһында” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Т.Б.Сәғитов (1991 й.), А.П.Филиппов (1991 й. алып), Д.Б.Лапицкий (2011 й. алып вазифа башҡарыусы), А.Г.Хөсәйенов (2012 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.