ИРЕК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡ. һәм татар һул эсерҙарының органы булған. Өфөлә 1917 й. март—сент. төрки телендә сыҡҡан. Бөтәһе 35 һаны донъя күргән. “И.” буржуаз‑демократик рев‑цияның [ҡара: Революция (1917)] әһәмиәте т‑да мәҡәләләр, а.х. һәм хәрби темаларға материал- дар, милли мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт һ.б. т‑да мәғлүмәттәр, Ш.Бабич, М.Ғафури, С.Ҡудаш, С.Сөнчәләй һ.б. әҫәрҙәре баҫылған. Сент. “Ауыл халҡы” һәм “Һалдат теләге” гәз. м‑н берләшеп, “Беҙҙең юл” исеме м‑н сыҡҡан. Мөхәррире — Ғ.Ғ.Ибраһимов.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018