“ИЗВЕСТИЯ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси респ. гәзите. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыҡҡан. Тиражы — 28 мең дананан ашыу (1999). 1991 й. ғин. алып “Известия Башкирии” (“Башҡортостан хәбәрҙәре”) булараҡ нәшер ителгән, 1992 й. — “И.Б.”; 1999 й. “Советская Башкирия” (ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. м‑н берләштерелгән. Гәзиттә Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары һәм бойороҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы, БР Хөкүмәте ҡарарҙары баҫыла, республиканың соц.‑иҡт. һәм ижт.‑сәйәси тормошо яҡтыртыла. Рубрикалары: “Мәҙәниәт”, “Рәсми хроника”, “Сәйәсәт”, “Мәғариф”, “Иҡтисад” һ.б. Баш мөхәррире — М.Ә.Ҡотлоғәлләмов (1990 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.