ЗНАМЯ УРАЛА” (“Урал байрағы”), ижт.‑сәйәси гәзит. Эсерҙар партияһының Өфө ҡала һәм Златоуст округ ком‑ттары органы булған. 1908 й. февр. алып авг. тиклем Өфөлә урыҫ телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә урындағы партия ком‑ттары һәм ойошмалары ултырыштарының рәсми күрһәтмәләре, резолюциялары, ҡарарҙары, Өфө губернаһындағы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге эшселәр хәрәкәте, сәйәси забастовка һәм стачкалар т‑да материалдар баҫылған.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика