ЖУРНАЛИСТИКА, көнүҙәк, соц. әһәмиәтле мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратыу б‑са эшмәкәрлек төрө. Башҡортостанда Ж. 19 б. 1‑се ярт. алып үҫешә. 1838 й. Өфөлә “Оренбургские губернские ведомости” гәз. нәшер ителә башлай. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Ж. яңы формалар м‑н тулылана: шәхси (“Уфимский листок объявлений и извещений”), дини (“Оренбургские епархиальные ведомости”, “Уфимские епархиальные ведомости”), белешмә [“Уфимский календарь” (“Өфө календары”), “Справочная книжка Уфимской губернии” (“Өфө губернаһының белешмә китабы”)], земство (“Вестник Уфимского земства”), партия (“Знамя Урала”) һ.б. ваҡытлы баҫмалар нәшер ителә. Милли Ж. үҫеше М.Ғафури, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, С.С.Яҡшығолов һ.б. исемдәре м‑н бәйле. Төрки телендә “Акмулла”, “Әл-Ғәләми әл‑Ислами” (“Донъя исламы”), “Дин вә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”; ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты), “Ваҡыт”, “Ҡармаҡ”, “Ҡарсыға”, “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑Ырынбургиә”, “Тормош”, “Шура”, “Сүкеш” һ.б. гәзит һәм журналдар баҫыла. Февраль революцияһынан һуң башҡ. Ж. үҫешенә Ш.Бабич, Ә.Ә.Вәлидов, Х.Ғ.Ғәбитов, Х.Й.Йомағолов, М.А.Ҡулаев, Ш.Ә.Манатов, Д.Юлтый һ.б. ҙур өлөш индерә. 1917 й. иҫке башҡорт телендә тәүге гәзит — “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” сыға. Совет власы урынлашыу м‑н, Ж. партия‑адм. идаралыҡ ҡарамағына күсә, бер үк ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында цензура булдырыла. 20—30‑сы йй. респ. дөйөм дәүләт ваҡытлы матбуғатының өлөшө үҫешә һәм киңәйә. Был осорҙағы Ж. төп бурысы — совет төҙөлөшөнә халыҡтың бөтә ҡатламдарын да йәлеп итеү, коммунистик идеологияны пропагандалау, ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм рухи тормоштоң төрлө өлкәләрендә партия (ҡара: “Советтар Союзы коммунистар партияһы”) сәйәсәтен аңлатыу. Башҡортостанда гәзит һәм журналдар башҡ., татар, мари, удмурт, сыуаш телендә нәшер ителә. Ж. яңы формаһы — эшсе һәм ауыл хәбәрселәре хәрәкәте барлыҡҡа килә. Фән һәм техника ҡаҙаныштарын ҡулланыуға индереү Ж. яңы төрҙәре формалашыуға булышлыҡ итә. Мәҫ., Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы (ҡара: “Башҡортостан”) асылыу м‑н, респ. радиожурналистика барлыҡҡа килә. 1928 й. респ. башҡ. һәм урыҫ телдәрендә даими радиотапшырыуҙар трансляциялау башлана. 1958 й. радиола ижт.‑сәйәси һәм нәфис тапшырыуҙарҙың баш редакциялары булдырыла; респ. журналистары “Между Волгой и Уралом” берлектәге программаһында ҡатнаша; 1977 й. тәүге тапҡыр Галле округы (Германия) журналистары м‑н берлектәге тапшырыу уҙғарыла. 1959 й. алып, радиотелевизион башнялы Өфө телеүҙәге асылыу м‑н, телеһәм киножурналистика (ҡара: Телевидение) үҫешә башлай. “Видеоархив”, “Тамаша”, “Тамыр” һ.б. ижад берекмәләре эшләй. Респ. радиоһы м‑н — Ғ.Х.Бикбулатов, С.Х.Суҡбаев, Р.Ф.Сәрүәрова, Л.Ф.Фәйзуллина һ.б., телевидение м‑н Ә.Ғ.Абдразаҡов, А.Ә.Вәлиева, Ш.Ғ.Ғилманова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Респ. Журналистар союзы эшләй, журналистарҙы махсус әҙерләү ғәмәлгә ашырыла (ҡара: Журналистика буйынса белем биреү). 1989 й. Ш.Хоҙайбирҙин ис. журналистар премияһы булдырыла.

Әҙәб.: Журнал мәҡ. ҡарағыҙ.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке