ДРУЖБА” (“Дуҫлыҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Мишкә р‑ны Мишкә а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм мари (“Келшымаш”) телдәрендә сыға. 1930 й. мартынан мари телендә “Коммуна юлы”; 1945 й. алып урыҫ һәм мари телдәрендә “Красная заря” (“Ҡыҙыл таң”), 1952 й. февр. — мари телендә “Коммунизм өсөн” (1956 й. башлап урыҫ телендә лә); 1965 й. мартынан урыҫ һәм мари (2006 й. авг. алып хәҙ. исемен йөрөтә) телдәрендә “Д.” исеме м‑н нәшер ителә. 1962—65 йй. гәзит баҫылмай.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018