ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна (7.1.1935, Горький ҡ.), журналист, яҙыусы. . БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Журналистар союзы (1959), Яҙыусылар союзы (1994) ағзаһы. Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Горький ҡ. киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире, 1982 й. — яуаплы секретарь, 1993 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 2001 — 07 йй. “Республика Башкортостан” гәз. корреспонденты. Детектив жанрында эшләй. “Реликт сауҡалыҡтағы үлтереш” (1991; “Убийство в реликтовой роще”), “Иҫке өйҙөң серҙәре” (1993; “Тайны старого дома”), «“Маскарад” ағыуы» (2005; «Яд “Маскарада”») китаптарына ингән әҫәрҙәренә сюжеттың көсөргәнешле һәм киҫкен, теленең еңел һәм һығылмалы булыуы хас. С.В.Шапиро м-н авторлыҡта яҙылған “Алла хөкөмө” (2005; “Суд Божий”) фәнни-фантастик романы сюжетының нигеҙендә — уйҙарҙы уҡый алыусы прибор уйлап тапҡан ике йәш ғалимдың тарихы. Д. шулай уҡ “Балалар беҙгә оҡшаған” (1991; “Дети похожи на нас”), “Йөҙҙәр. Таныш һәм бик үк таныш булмаған” (2000; “Лица. Знакомые и не очень”), “Таланттар йондоҙлоғо” (2009; “Созвездие талантов”), “Уңышты кешеләр тыуҙыра” (2010; “Успех рождают люди”) очерк китаптары, балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы, әҙәбиәт һәм сәнғәт темаһына яҙылған публицистик мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1997), С.Злобин ис. (2010) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: И лишь однажды осветило... Уфа, 1991; Современный детектив. Уфа, 2000; Дорогие мои уфимцы. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018