“АЗАМАТОВ КАНТОН”, “Мирхәй кантон”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. С.Сәлимов яҙып ала һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында (1929, №7) баҫтыра. Лирик‑эпик йүнәлешле йыр. Легенда б‑са, ул кантон нач. Мирхәйҙәр Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) үлер алдынан әйткән васыяты б‑са сығарыла. “А.к.” көй структураһы үҫешкән ике муз. төҙөлөштән тора. Юғары регистрҙа көсөргәнешле яңғыраусы тәүге фраза көйгә айырыуса сағыулыҡ һәм драматизм өҫтәй. Башҡарыусылар араһында халыҡ йырсылары С.М.Ильясов, Ғ.Н.Нәбиуллин, М.Ә.Шаимова.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ ижады. 1‑се т. Өфө, 1954; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Нотная запись песни

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.