“ДЗЕРЖИНСКИЙ Ф.Э. ИСЕМЕНДӘГЕ ТИПОГРАФИЯ” Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының нәшриәт-полиграфия комплексы, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. Китап, календарь, буклет, брошюра, бланк һ.б. баҫма продукция сығара. Составына китап төпләү‑брошюралау, гәзит, компьютерҙа хәреф йыйыу, китап баҫыу, теүәл иҫәп‑хисап бланкылары эшләү, ҡағыҙ әҙерләү, оператив полиграфия цехтары; мисәт һәм штамптар яһау участкаһы; производство бүлеге; “Криминальный спектр” гәз. редакцияһы инә. 1923 й. алып Эске эштәр ХК типографияһы булараҡ эшләй. 1936 й. Ф.Э.Дзержинский исеме бирелә, 1999 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Р.В.Шәкүров

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.