ГӘЗИТ, ағымдағы ваҡиғалар т‑да материалдар сығарыусы баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат; киң мәғлүмәт сараларының береһе. Г. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары, айырым кешеләр тарафынан сығарыла. Аҙнаһына 1—7 тапҡыр сығырға мөмкин, күләме — 1 һәм унан күберәк бит. Тибы б‑са халыҡ-ара, федераль, респ., өлкә, ҡала, район, күп тиражлы баҫмалар була; төрҙәре б‑са — ижт.‑сәйәси, махсус һ.б.; аудиторияһы б-са — һөнәри, профсоюз, конфессиональ, балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һ.б.

Башҡортостан терр‑яһындағы тәүге Г. — “Оренбургские губернские ведомости” 1838 й. Өфөлә сыға. 1865 й. алып Өфөлә “Уфимские губернские ведомости” Г. сыға башлай. Был Г. битендә закон сығарыу акттары, үҙәк һәм урындағы власть органдары бойороҡтары, урындағы яңылыҡтар, тыуған яҡты өйрәнеү материалдары һ.б. баҫыла. Төбәктә Г. һанының артыуы, шәхси һәм земство ваҡытлы баҫмаларының барлыҡҡа килеүе реформалар  (19 б. 60—80‑се йй.) м-н бәйле. 1871 й. Өфөлә тәүге шәхси Г. — “Уфимский листок объявлений и  извещений” сыға башлай. “Бирская народная газета”, “Уфимская земская газета” (“Өфө земство гәзите”), “Уфимская жизнь” (“Өфө тормошо”), “Уфимские вести” (“Өфө хәбәрҙәре”), “Уфимский вестник”, “Уфимский край”, “Южный Урал” (“Көньяҡ Урал”) һ.б. земство Г. урындағы хәбәрҙәр, тарихи, этнографик һәм статистик материалдар, иғландар һәм белешмә мәғлүмәттәр, ш. уҡ сит ил яңылыҡтары баҫыла. 19 б. аҙ. — 20 б. башында илдең ижт.-сәйәси тормошондағы үҙгәрештәр партия баҫмалары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә: “Крестьянская газета” (“Крәҫтиән гәзите”), “Оренбургская газета” (“Ырымбур гәзите”), “Оренбургский край” (“Ырымбур крайы”), “Солдатская газета” (“Һалдат гәзите”), “Уфимский рабочий” һ.б. Уларҙа партияларҙың программа документтары баҫыла, самодержавиеға ҡаршы көрәшкә, йәмғиәт тормошон демократлаштырыуға саҡырыуҙар яңғырай. Соц. партия органдары Г. легаль сығармай, әммә уларҙың тираждары ҙур була. 20 б. башында мосолман зыялылары төрки телендәге баҫмалар ойоштора (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты). Төбәктә С.‑Петербургта сығарылған “Ваҡыт” (1905), “Өлфәт” (1906) һ.б. Г. таратыла.  Февраль революцияһынан һуң баҫма матбуғаттың һаны губерна үҙәктәрендә генә түгел, өйәҙ ҡалаларында һәм завод ҡасабаларында ла байтаҡҡа арта. Өфөлә — “Беҙҙең юл”, “Земля и воля”, “Известия Уфимского губернского комиссариата” (“Өфө губерна комиссариаты хәбәрҙәре”), “Известия Уфимского губернского революционного комитета” (“Өфө губернаһы революцион комитеты хәбәрҙәре”), “Известия Уфимского Совета рабочих и солдатских депутатов” (“Эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө советы хәбәрҙәре”), Ырымбурҙа — “Известия Оренбургского губернского комиссариата” (“Ырымбур губерна комиссариаты хәбәрҙәре”), “Яңы ваҡыт” (1917—18), Стәрлетамаҡта — “Рабочий и солдат” (“Эшсе һәм һалдат”), Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә ҡҡ. эшсе һәм һалдат депутаттарының ҡала советтары органдары һ.б. Г. баҫыла. Ошо уҡ осорҙа башҡ. һәм татар большевиктары “Алга” Г. сығарыуҙы ойоштора. Был баҫмалар биттәрендә сәйәси программалар бирелә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм милли ҡоролошо мәсьәләләре тикшерелә. 1917 й. июнендә Башҡорт өлкә бюроһы ойошторған “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” Г. сыға. Башҡ. халҡының ижт.-сәйәси тормошонда “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле”, “Ғәләбәсе”, “Ирек” һ.б. Г. мөһим урын биләй. Был осор матбуғаты милли идеяларҙы пропагандалауға, милли партияларҙы һәм хәрәкәттәрҙе аяҡҡа баҫтырыуға, мосолман халыҡтарының йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуын әүҙемләштереүгә ҙур иғтибар бирә. Октябрь революцияһынан һуң яңы Г. барлыҡҡа килә: “Известия Уфимского губернского Совета Народных Комиссаров” (“Өфө губернаһы Халыҡ комиссарҙары советы хәбәрҙәре”), “Крестьянин, рабочий и солдат” (“Крәҫтиән, эшсе һәм һалдат”; Бөрө ҡ., 1918) — большевиктар; “Социалист-революционер” (Өфө, 1918) — уң эсерҙар; “Башҡурдистан”, “Голос рабочего”, “Известия Уфимского губревкома и Мусульманского военного Совета” (“Өфө губревкомитеты һәм Мосолман хәрби советы хәбәрҙәре”), “Көрәш” (Өфө, 1918) — татар һул эсерҙары партияһы органдары. 1917—18 йй. төрлө сәйәси йүнәлештәге 30‑ҙан ашыу Г. сыға. Граждандар һуғышы осоронда Г. ваҡытлыса була, баҫмалар даими сыҡмай. Фронттарҙағы хәрби ваҡиғалар барышын яҡтыртҡан һәм һуғышыусы бер яҡтың мәнфәғәттәрен сағылдырған армия Г. таралыу ала. Өфө губернаһы һәм Бәләкәй Башҡортостан терр‑яһында совет власы урынлашыу м-н ваҡытлы матбуғат совет һәм партия органдары ҡарамағына күсә, цензура индерелә. “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйғандан һуң респ. терр‑яһындағы баҫма продукция Башҡ. хөкүмәте ҡарамағына күсә, урындағы баҫмалар башлыса башҡ. телендә нәшер ителә. Рәсми (“Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл батыр”, “Ҡыҙыл ҡурай” һ.б.) баҫмаларҙан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар (“Азад хатын”) һәм йәштәр өсөн (“Йәш йөрәк”) тәүге Г. барлыҡҡа килә. Петроградта 1919 й. алып “Салауат” Г. сыға. Оло Башҡортостанды ойоштороу Г. һанының ваҡытлыса ҡыҫҡарыуына килтерә (1922 й. — 9 Г.). Илдә соц.-иҡт. һәм сәйәси хәл тотороҡланыу м‑н, Г. һанының артыуы күҙәтелә, респ. һәм урындағы ваҡытлы матбуғат формалаша, башҡ., урыҫ, татар, сыуаш һәм удмурт телдәрендәге Г. барлыҡҡа килә. Ижт.-сәйәси Г. м‑н бер рәттән айырым пр‑тиелар, крәҫтиән хужалыҡтары, учреждениелар, хәрби һәм йәмәғәт ойошмалары Г. сыға. Был осорҙағы Г. төп тематикаһы — тарҡалған сәнәғәтте һәм а.х. тергеҙеү, эшһеҙлекте һәм наҙанлыҡты бөтөрөү, ВКП(б) сәйәсәтен пропагандалау. Республиканың административ-территориаль ҡоролошо үҙгәреү м‑н 1930 й. колхоз-совхоз, фабрика-завод Г. нигеҙендә башҡ., урыҫ, татар, сыуаш һәм мари телдәрендә район Г. сыға башлай. 1931 й. респ. 9 Г. — башҡ., 8‑әр —урыҫ һәм татар, 1‑әр мари һәм удмурт телдәрендә донья күрә. 1933 й. 127 Г. нәшер ителә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Г. һаны кәмей (1942 й. — 85 Г.). Һуғыштан һуңғы осорҙа элек ябылған Г. яйлап тергеҙелә. 50‑се йй. башына — 5 респ., 100 район һәм ҡала Г.; 1970 й. 7 респ., 11 ҡала, 97 район, 45 күп тиражлы Г. нәшер ителә. 80—90 йй. илдең ижт.-сәйәси тормошондағы үҙгәрештәр сәйәси һәм дини берекмәләр һәм ойошмалар, милли хәрәкәттәр, реклама, шәхси һ.б. Г. барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Башҡортостан халыҡтары телдәрендәге Г. һаны арта. 1990 й. респ. 26 Г. — башҡ., 139 — урыҫ, 32 — татар, 4 — сыуаш, 2 — мари, 1 Г. удмурт телендә сыға. БР‑ҙан ситтә, башҡорттар тупланып йәшәгән Ырымбур өлкәһендә, Силәбе өлкәһендә һ.б. башҡорт телендә Г. сыға башлай. 2009 й. БР‑ҙа 418 Г. теркәлгән.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика